9 декабрь, Йома

20 ғинуар 2012 йыл, 17:20

Рөстәм Хәмитов Инвестицион мөхитте яҡшыртыу буйынса советтың тәүге ултырышын үткәрҙе

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Яңы проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу буйынса стратегик инициативалар агентлығы әҙерләгән инвестицион мөхитте яҡшыртыу буйынса башҡарма власть органдары эшмәкәрлеге стандарты индереләсәк Рәсәйҙең ун төбәге иҫәбенә инде. Стратегик инициативалар агентлығының генераль директоры Андрей Никитин билдәләүенсә, был исемлеккә илдең үҫешкән төбәктәре индерелгән. Был хаҡта ул Өфөгә үҙенең визиты сиктәрендә хәбәр итте. Баш ҡалала бөгөн Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Инвестицион мөхитте яҡшыртыу буйынса республика советының тәүге ултырышы үтте.

Андрей Никитин Агентлыҡтың 2011 йылдың авгусында РФ Хөкүмәте рәйесе Владимир Путин башланғысы менән урта эшҡыуарлыҡ өлкәһендәге мөһим проекттарға ярҙам итеү маҡсатында булдырылыуын билдәләне. Уның һүҙҙәренсә, бәләкәй бизнесҡа дәүләт тарафынан һәр яҡлап ярҙам күрһәтелә, ә эре эшҡыуарлыҡ үҙенең проблемаларының күпселеген үҙаллы хәл итә ала, урта бизнес иһә властар иғтибарынан ситтә тороп ҡалды тиерлек. Был етешһеҙлекте Стратегик инициативалар агентлығы төҙәтәсәк тә инде, бының өсөн Рәсәй төбәктәренең һәм дөйөм илдең инвестициялар йәлеп итеү ҡеүәһен арттырырға кәрәк.

— Беҙҙең алда торған бурыс ғәйәт ауыр, һәм уны системалы рәүештә, билдәле бер тәртиптә эш итеп, документтарға таянып ҡына хәл итеп була, — тип билдәләне Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов.

Инвестицион мөхитте яҡшыртыу буйынса башҡарма власть органдары эшмәкәрлеге стандарты 15 пункттан ғибәрәт. Башҡортостан Президентының инвестицион хеҙмәттәшлек мәсьәләләре буйынса махсус вәкиле Андрей Назаров һүҙҙәренсә, уларҙың өстән бер өлөшө республикала тормошҡа ашырылған. Төбәктә Президент ҡарамағындағы йәмәғәт Советын булдырыу тәүге аҙым булды, тип билдәләне ул.

— Был Совет булдырылмай тороп, Агентлыҡ беҙҙең менән хеҙмәттәшлек итмәҫ ине, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. Уның һүҙҙәренсә, Совет составында төрлө кешеләр бар. Улар – власть органдары, хоҡуҡ һаҡлау, күҙәтеү, контроллек итеү структуралары вәкилдәре һәм эшҡыуарҙар.

— Бизнес-берләшмә менән эшләргә бурыслыбыҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Президент. – Был беҙҙең төп ҡағиҙә.

Рөстәм Хәмитов Совет ултырыштарының даими рәүештә, кәм тигәндә ике-өс айға бер тапҡыр, үткәреләсәге хаҡында хәбәр итте.

Бынан тыш, төбәктә уңайлы инвестицион мөхит булдырыу буйынса норматив хоҡуҡи база булдырылған, инвесторҙар менән эшләү буйынса махсус ойошма ла бар.

Ҡалған 10 пунктты алдағы ике йыл дауамында тормошҡа ашырыу планлаштырыла. Улар өс этапта ғәмәлгә ашырыласаҡ. Беренсеһенең һөҙөмтәһе булараҡ республикала Инвестицион меморандум ҡабул ителәсәк. Был үҙенә күрә инвесторҙар өсөн гарантия, унда төбәктә улар менән эшләү шарттары теркәләсәк.

Стратегик планлаштырыу этабында төбәк өсөн өҫтөнлөклө булған иҡтисадты үҫтереү йүнәлештәре билдәләнәсәк һәм инвестицион эшмәкәрлектең закондар сығарыу базаһы булдырыласаҡ. Инвесторҙар республика етәкселеге менән тиҙ арала бәйләнешкә инә алһын өсөн махсус интернет-портал, шулай уҡ ҡыҙыу телефон линияһын булдырыу планлаштырыла. Андрей Назаров, Башҡортостан Президентына инвестицион мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһарға кәрәк, тигән идеяһын әйтеп ишеттерҙе. Сәйәси мөрәжәғәтнамә менән бер рәттән, ул йыл һайын әҙерләнергә тейеш.

Өсөнсө этап бер нисә өҫтөнлөклө инвестицион проектты тормошҡа ашырыуҙы күҙ уңында тота.

— Уларҙы уңышлы ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһендә республикала 40 меңдән дә кәм булмаған эш урыны булдырыласаҡ, 1,5 миллиард долларҙан кәм булмаған инвестициялар йәлеп ителәсәк, — тип билдәләне Андрей Назаров.