9 декабрь, Йома

20 ғинуар 2012 йыл, 15:23

Октябрьский уҡыусылары география буйынса төбәк олимпиадаһында иң көслөләре тип танылды

автор: Марина Шумилова

Мәктәп уҡыусылары араһында предметтар буйынса бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабының иң ҡыҙған осоро. Октябрьский ҡалаһы бына инде икенсе йыл рәттән бөтә республиканан география буйынса иң көслө белгестәр ярышын үткәрә. География буйынса олимпиадаға Башҡортостандың 45 район һәм ҡалаһынан 178 уҡыусы йыйылды.

Олимпиада һөҙөмтәләре буйынса Октябрьский ҡалаһындағы 2-се гимназияның туғыҙынсы синыф уҡыусылары Динара Бәҙретдинова һәм Анастасия Ковалевская, шулай уҡ ун беренсе синыф уҡыусыһы Артем Кәримов уның призерҙары булды.

Олимпиадала ҡатнашыусылар өсөн ҡыҙыҡлы мәҙәни программа ла әҙерләнгән ине, улар Балалар һәм үҫмерҙәр ижады һарайында спектакль ҡараны, күңел асыу программаһында ҡатнашты. Уҡытыусылар өсөн 2-се гимназияла оҫталыҡ класы үткәрелде, улар алдында 2011 йылдың ноябрендә Мәскәүҙә үткән география уҡытыусыларының икенсе съезы делегаттары сығыш яһаны.

Әйткәндәй, Октябрьский ҡалаһының өлкән синыф уҡыусылары дүрт предмет буйынса төбәк олимпиадаларында ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән: уларҙың бишәүһе призер булған. Алда уҡыусыларҙы йәнә 16 предмет буйынса интеллектуаль ярыштар көтә.