10 декабрь, Шәмбе

20 ғинуар 2012 йыл, 14:47

Бәләбәй районында «Раштыуа уҡыуҙары» үтте

автор: Евгений Рәхимҡолов

Бәләбәй районында үткән «Раштыуа уҡыуҙары – 2012» проекты түңәрәк өҫтәл менән тамамланды, унда дин әһелдәре, педагогтар һәм мәғариф учреждениелары етәкселәре ҡатнашты. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһындағы Митрополияның мәғлүмәт-аналитика хеҙмәте хәбәр итте.

Осрашыу барышында йәш быуынды тәрбиәләү, етем балалар яҙмышы, балалар һәм йәштәр араһында таралған алкоголизмға һәм наркоманияға ҡаршы көрәш мәсьәләләре тикшерелде.

Түңәрәк өҫтәл сиктәрендә М.Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт гуманитар университетының Өфө филиалы директоры Василий Бабенко сығыш яһаны. Ул республикала асылған традицион булмаған дини ойошмаларға ҡаршы көрәш буйынса үҙәк эшмәкәрлеге, шулай уҡ университетта үткәрелгән дини саралар тураһында һөйләне.

Район хакимиәте вәкилдәре ҡарауһыҙ балаларҙың йылдан йыл күбәйеү мәсьәләһенә иғтибарын йүнәлтте. Бәләбәйҙә ундай балалар приютҡа алыуҙы һорап йыш ҡына үҙҙәре ғариза яҙа.

Түңәрәк өҫтәл эше ғаилә менән бергәләп уҡыуҙар үткәреү тураһындағы видеотаҫманың презентацияһы менән тамамланды, бындай сараларҙы 18-се мәктәп нигеҙендә китапхана хеҙмәткәрҙәре үткәрә.

темалар: дин,балалар