8 декабрь, Кесе йома

20 ғинуар 2012 йыл, 14:10

2020 йылға тиклем Башҡортостанда ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһендә аныҡ система булдырылырға тейеш

автор: Галина Бахшиева

2020 йылға Башҡортостанда көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү өлкәһендә аныҡ система булдырылырға тейеш. Был маҡсаттарға республика бюджетынан 7,5 миллиард һум аҡса бүленәсәк. Үткән йылдың ноябрендә ҡабул ителгән 2020 йылға тиклем иҫәпләнгән төбәктә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү системаһын камиллаштырыу буйынса республика маҡсатлы программаһы тап шул хаҡҡа барып баҫа.

Программа өс сығанаҡтан финанслана. 2020 йылған тиклем уны тормошҡа ашырыуға республика бюджетынан 1,082 миллиард һум бүленәсәк. 2,498 миллиард һум урындағы бюджеттарҙан алынырға тейеш. Бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан алынған сумма 3,974 миллиард һум тәшкил итергә тейеш.  

— Хужалыҡ әйләнешенә хәҙер юғары ликвидлы һәм рентабелле ҡалдыҡтар ғына йәлеп ителә. Тәү сиратта был ҡара һәм төҫлө металдар һыныҡтары һәм ҡалдыҡтары, полимер материалдар, макулатураның юғары сортлы маркалары, таҙа текстиль, ағас ҡалдыҡтар. Был исемлекте киңәйтеү зарур. Нефтекама, Стәрлетамаҡ, Октябрьский һәм Туймазы полигондарындағы сүп-сар составын анализлау киләһене күрһәтте: ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарының дөйөм күләменең яртыһы тиерлек артабан ҡулланыуға яраҡлы, — тип хәбәр итте кисә «2011-2020 йылдарға Башҡортостан Республикаһында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү системаһын камиллаштырыу» республика маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыу буйынса кәңәшмәлә Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Азат Ҡотләхмәтов.

Республикала ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыу системаһын ҡулланылышҡа индереү иҡтисад, экология һәм социаль өлкәләрҙә яҡшы һөҙөмтәләргә, тәбиғәт ресурстарын һаҡлауға, шулай уҡ өҫтәмә эш урындарын булдырыуға килтерергә тейеш.