3 декабрь, Шәмбе

20 ғинуар 2012 йыл, 12:53

18 ғинуарҙан теркәүҙән төшөрөү таныҡлыҡтары бирелә башланы

автор: Людмила Терновая

18 ғинуарҙан Башҡортостандағы территориаль һайлау комиссиялары 4 мартта үтәсәк һайлауҙарға теркәүҙән төшөрөү таныҡлыҡтары бирә башланы.

Ҡануниәткә ярашлы, һайлау көнөндә һайлаусылар исемлегенә индерелгән участкаға килә алмаған һайлаусылар тейешле территориаль һайлау комиссияһында (тауыш биреүгә 45-20 ҡалғас) йәки участка һайлау комиссияһында (19 һәм унан әҙерәк көн ҡалғас) теркәүҙән төшөрөү таныҡлығы алып, үҙе булған урындан алыҫ түгел ерҙә тауыш биреүгә хоҡуҡлы.

Теркәүҙән төшөрөү таныҡлығы комиссия менән һайлаусының яҙма ғаризаһы нигеҙендә бирелә. Унда теркәүҙән төшөрөү таныҡлығы талап ителгән сәбәп күрһәтелергә тейеш. Таныҡлыҡ һайлаусының шәхсән үҙенә паспортын күрһәткәндән һуң тапшырыла.  

темалар: һайлау