4 декабрь, Йәкшәмбе

20 ғинуар 2012 йыл, 12:36

Ял көндәрендә республикала ҡаты һыуыҡтар булмаясаҡ

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Алдағы ял көндәрендә Башҡортостанда ҡаты һыуыҡтар булмаясаҡ. Һауа шарттары артыҡ үҙгәрмәйәсәк. Рәсәй Гидрометеорология үҙәге мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала төнөн минус 18-20 градус булыуы көтөлә. Көндөҙ термометр бағанаһы 10-11 градусты күрһәтәсәк.

Башҡортостан территорияһында аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ һауа торошо көтөлә. Синоптиктар, киләһе аҙнала ла артыҡ үҙгәрештәр булмаясаҡ, тип хәбәр итә.

темалар: һауа торошо