7 декабрь, Шаршамбы

20 ғинуар 2012 йыл, 12:27

Владимир Путинға ярҙам итеү буйынса халыҡ штабына эшҡыуарҙар хоҡуҡтары буйынса вәкил дә инде

автор: Любовь Колоколова

Эшҡыуарҙар хоҡуҡтары буйынса вәкил Светлана Халфина Рәсәй президентлығына кандидат Владимир Путинға йәмәғәт ярҙамы күрһәтеү буйынса Башҡортостан Республикаһындағы халыҡ штабына инде. Уның составында йәмәғәтселек вәкилдәре, шул иҫәптән эшҡыуарҙар, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, ғалимдар бар.

— Илдәге ағымдағы проблемаларҙы гражданлыҡ институттары аша хәл итергә кәрәк. Бындай эштәр — йәмәғәтселек вәкилдәре менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеү аша — әле алып барыла ла инде, һәм беҙ уның дауам ителәсәгенә иҫәп тотабыҙ, — тип билдәләне Светлана Халфина.

Уның фекеренсә, бөгөн бизнес менән власть башҡа ваҡытта булмағанса тупланыуға мохтаж.

— Ил алдында дөйөм, ҙур һәм етди мәсьәләләр тора, уларҙы беҙ берлектә генә хәл итә алабыҙ. Рәсәй яҙмышына битараф булмағандар быны аңлай һәм үҙенә кәрәген һайланы ла инде. Илдә тотороҡло шарттар булдырылғанда һәм уйын ҡағиҙәләре һәр кемгә аңлайышлы булғанда ғына бизнес менән шөғөлләнергә мөмкин.

— Беҙ власть менән диалогты дауам итергә теләйбеҙ һәм дәүләттең иҡтисади сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре араһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ мәнфәғәттәренең төп урын алыуын талап итәбеҙ, — тип иҫәпләй «Рәсәй таянысы» дөйөм Рәсәй кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ йәмәғәт ойошмаһы вәкиле.