6 декабрь, Шишәмбе

20 ғинуар 2012 йыл, 11:33

Яңауыл районында ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә ярҙам итәләр

автор: Людмила Терновая

Яңауыл районының Ғаиләләр, граждандар һәм бәлиғ булмағандар менән эшләү буйынса ведомство-ара советы ауыр тормош хәлендә ҡалған дүрт ғаиләгә дөйөм алғанда 30 мең һумға матди ярҙам күрһәтергә ҡарар иткән, тип хәбәр итә район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге. Аҡсалар урындағы бюджеттан һәм Яңауыл районы халҡы менән өс йыл элек ойошторолған хәйриә фондынан күсерелгән.

Мәҫәлән, коррекция мәктәбе педагогы, педагогик хеҙмәт ветераны ярҙам алған. Ҡатынға өйөн ремонтлауға 19 мең һум бүленгән. Йәнә бәлиғ булмаған баланы дауалауға күп балалы ғаиләгә матди ярҙам күрһәтелгән. «Башинформ» агентлығына хәбәр итеүҙәренсә, Ғаиләләр, граждандар һәм бәлиғ булмағандар менән эшләү буйынса ведомство-ара советы ултырышы айына бер тапҡыр үткәрелә. Шулай итеп, ай һайын фекер алышыу һөҙөмтәһендә ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән граждандар реаль ярҙамға өмөт итә ала.