6 декабрь, Шишәмбе

20 ғинуар 2012 йыл, 10:51

Ялыуҙар кенәгәһе һалымдарға бәйле бәхәстәрҙе тиҙ арала хәл итергә ярҙам итәсәк

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Һалым хеҙмәткәрҙәре эшенән ҡәнәғәт булмаған граждандар күптән борсоған һорауҙарын Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының яңы сервисы ярҙамында хәл итә ала. «Ялыуҙар кенәгәһе» тип аталған хеҙмәт ведомство сайтында тәҡдим ителә һәм уның менән бушлай файҙаланыу ҡаралған. Был хеҙмәттән файҙаланырға теләһәгеҙ, Һалым идаралығының аныҡ территориаль органын күрһәтеп, сайттың был бүлегендә һалымға бәйле бәхәстең эстәлеге бирелгән мөрәжәғәтегеҙҙе ҡалдырырға кәрәк.

— Һеҙ һүрәтләгән бәхәсле хәл һалымға бәйле бәхәстәрҙе тикшереү һәм һалым түләүселәрҙең хаттары һәм ғаризалары аша һалым органдары эшенең сифатына контроллек итеүгә яуаплы судҡа тиклемге аудит бүлексәһе белгестәре менән тикшереләсәк, — тип хәбәр иттеләр Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтенән. —  Бәхәстәрҙе көйләү буйынса мөмкин булған бөтә саралар ҙа үткәреләсәк, шул иҫәптән һалым хеҙмәте менән ҡабул ителгән ҡарарҙар, күрһәтмәләр һәм талаптарҙы ғәмәлдән сығарыу мәсьәләһе ҡараласаҡ.

«Ялыуҙар кенәгәһе»нә килгән бөтә мөрәжәғәттәр ҙә тиҙ арала ҡараласаҡ, ә ошо сервис эшмәкәрлеге өсөн яуап биргән хеҙмәткәрҙәр һалымға бәйле бәхәстәрҙе көйләү мәсьәләләре буйынса һалым инспекцияһын эшмәкәрлеген даими контролдә тотасаҡ, тип ышандырҙылар Идаралыҡта.