7 декабрь, Шаршамбы

20 ғинуар 2012 йыл, 10:09

Күмертауҙың «Контраст» бейеү ансамбле ХV «Европа өмөттәре» халыҡ-ара фестивалендә Гран-при яуланы

автор: Марина Шумилова

Күмертау балалар хореография мәктәбенең «Контраст» халыҡ бейеүҙәре ансамбле ХV «Европа өмөттәре» халыҡ-ара балалар һәм үҫмерҙәр ижады фестиваль-конкурсында «Халыҡ бейеүе» номинацияһында Гран-при алды.

Күмертауҙың йәш бейеүселәренең был «Европа өмөттәре» фестивалендә беренсе генә еңеүе түгел. 2011 йылдың ғинуарында «Контраст» халыҡ бейеүҙәре ансамбле фестивалдә үҙенең йәштәгеләре төркөмөндә (15-18 йәш) почетлы беренсе урын алды, рус халыҡ бейеүҙәре традицияһын һаҡлағаны өсөн диплом менән бүләкләнде һәм Мәхмүт Эсамбаевтың гәлсәр кубогы менән бүләкләнде. Быйыл балалар конкурста ҡатнашыуҙан тыш, фестиваль-конкурстың ойоштороу комитеты составына ла инде.

Был абруйлы ижади конкурста Күмертауҙың йәш бейеүселәре генә түгел, йәш рәссамдары ла ҡатнашты. Күмертауҙың Балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусылары «Декоратив-ҡулланма сәнғәт» номинацияһында үҙенең ижади эштәрен тәҡдим итте. Уларҙың эштәре юғары баһаға лайыҡ булды: Анна Котельникова «Декоратив–ҡулланма сәнғәт» номинацияһында – I урын, Ильмира Аллағолова – II урын,  Антон Савинов III урын алды.  Сәнғәт мәктәбенең башҡа уҡыусылары ла дипломдар менән билдәләнде.

Дөйөм алғанда балалар һәм үҫмерҙәр ижадының ХV «Европа өмөттәре» халыҡ-ара  фестиваль-конкурсында илебеҙҙең төрлө төбәктәренән, шулай уҡ алыҫ һәм яҡын сит илдәрҙән ике меңдән ашыу бала ҡатнашты.