Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 66.08 ↑

27 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Өфө моторҙар эшләү берекмәһе завод хеҙмәткәрҙәре өсөн традицион ҡышҡы уйындар үткәрә

Йәмғиәт

Шәмбе, 21 ғинуарҙа, «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре Н.Гастелло исемендәге паркта ҡышҡы мәҙәни-спорт байрамына йыйыласаҡ. Эшселәр ҡышҡы спартакиада иҫәбенә традицион саңғы ярыштарында ҡатнашасаҡ, һәр төрлө конкурстарҙа һәм халыҡ уйындарында күңел аса аласаҡ.

Сара спортты һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау маҡсатында йыл һайын үткәрелә һәм мотор эшләүселәр араһында киң популярлыҡ алған.

«ӨМЭПБ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең йәмәғәтселек менән бәйләнештәр буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡунаҡтарҙы «Моторҙар эшләүселәр» мәҙәниәт һарайы артистарының сығыштары, уйындар, балалар өсөн «күңелле старттар» көтә. Һәр ваҡыттағыса, ярышта еңеүселәргә бүләктәр тапшырыласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть