10 декабрь, Шәмбе

19 ғинуар 2012 йыл, 17:23

2012 йыл башына ҡарата республикала 580-дән ашыу кадастр инженеры иҫәпләнә

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Былтыр декабрҙә кадастр инженеры аттестатын алыуға дәғүә итеүселәрҙең биш төркөмө өсөн аттестация үтте. Квалификацион имтихандар үткәреү һөҙөмтәһендә 48 кешенең 23-ө һынауҙы лайыҡлы үтеп, ҡулына аттестат алды.  

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, былтырҙан алып «Күсемһеҙ милектең дәүләт кадастры тураһында»ғы федераль законға ярашлы ғәмәлдәге квалификацион аттестаты булған кадастр инженерҙары ғына кадастр эшмәкәрлеге алып бара ала. Улар техник инвентаризация бюроһы эксперттарына һәм ер үлсәүселәргә алмашҡа килде. Тамамланмаған төҙөлөш объекттары, биналары, ҡоролмаларына бәйле кадастр эшмәкәрлеге алып барыу яңы белгестәрҙең төп бурыстары иҫәбенә инә.

2010 йылдың 5 октябренән 2012 йылдың 1 ғинуарына тиклемге осорҙағы имтихандар һөҙөмтәләре буйынса аттестат алыуға дәғүә иткән 1077 белгестең 581-е имтихандарын уңышлы тапшырған.