4 декабрь, Йәкшәмбе

19 ғинуар 2012 йыл, 17:17

Республиканың ҙур ҡалаларында көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү буйынса предприятиелар асыласаҡ

автор: Галина Бахшиева

Әле тормошҡа ашырылған 2011-2020 йылдарға Башҡортостанда ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү системаһын камиллаштырыу буйынса республика маҡсатлы программаһы сиктәрендә ҡалдыҡтарҙы ике этапта сығарып түгеү ҡаралған.

— Бәләкәй ауылдарҙы ла йәлеп итеү маҡсатында 200 сүп-сар тейәп оҙатыу станцияһын төҙөү ҡаралған, стационар компактор уларҙың төп элементы буласаҡ. Мобиль компакторҙарҙан айырмалы рәүештә, стационар компактор системаһында контейнер ғына үҙгәрәсәк. Был ҡалдыҡтарҙы күберәк тейәп оҙатырға мөмкинлек бирәсәк, һөҙөмтәлә сорттарға бүленмәгән һәм тығыҙландырылмаған сүп-сар ауылдарҙан станцияларға йышыраҡ тейәп оҙатыласаҡ. Бында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын артабан тейәп оҙатыу өсөн уларҙы преслау ойоштороласаҡ. Шулай уҡ ҡалдыҡтарҙы сорттарға бүлеү, эре сүп-сарҙы ваҡлау һәм башҡа эштәрҙе лә ойошторорға мөмкин. Бындай эшкәртеүҙәрҙән һуң ҡалған сүп-сарҙы полигонға тейәп оҙатыу күпкә арҙаныраҡҡа төшәсәк, — тип һөйләне 2020 йылға тиклем ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү системаһын камиллаштырыуға йүнәлтелгән республика программаһын тормошҡа ашырыу буйынса кәңәшмәлә Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Азат Ҡотләхмәтов.

Белгестәр фекеренсә, республиканың Өфө, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Нефтекама, Сибай һәм Күмертау кеүек ҙур ҡалаларында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү буйынса предприятиелар төҙөү ҡулайлы булыр ине.

Азат Ҡотләхмәтов һүҙҙәренсә, район үҙәктәре эргәһендә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу, һаҡлау һәм сорттарға бүлеү пункттарын проектлау һәм төҙөү, шулай уҡ һыу һаҡлау зоналарында, айырыуса һаҡланған тәбиғәт территорияларында халыҡ күпләп ял иткән урындарҙа ҡалдыҡтарҙы йыйыу һәм сығарып түгеү системаһы элементтарын булдырыу менән урындағы үҙидара органдары шөғөлләнәсәк.