Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.93 ↓

EUR 61.81 ↑

29 март, Шаршамбы

Уфа   °

«Халыҡ университеты» программаһын финанслау һиҙелерлек артасаҡ

Йәмғиәт

«Өсөнсө быуын халыҡ университеты» айырым маҡсатлы республика программаһын финанслауҙы дүрт тапҡырға арттырыу планлаштырыла. Шулай итеп, әгәр 2011 йылда уны тормошҡа ашырыуға ике миллион һум бүленһә, киләһе йылдарҙа бүленәсәк средстволар күләме һигеҙ миллион һумға етергә тейеш.

Финанслау күләмен арттырыу иҫәбенә белем биреүҙең яңы йүнәлештәре булдырыласаҡ. Әлеге көндә иһә дүрт йүнәлеш бар. Былар инглиз телен һәм компьютерҙа эшләргә өйрәнеү, ғаилә психологияһы нигеҙҙәрен, шулай уҡ шәхси гигиена һәм дауалау физкультураһы нигеҙҙәрен һәм метологияһын өйрәнеү.

«Башинформ» агентлығына БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, йыл һайын «Өсөнсө быуын халыҡ университеты» программаһы буйынса 15 мең кешене уҡытыу планлаштырыла. Шул уҡ мәлдә былтыр 16200-ҙән ашыу кеше белем алған. Әйткәндәй, халыҡ университетында уҡырға теләгән кешеләрҙән 2011 йылда 20500-ҙән ашыу ғариза ҡабул ителгән. Шуға күрә былтыр уҡып өлгөрмәгән  пенсионерҙар 2012 йылда парта артына ултырасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть