10 декабрь, Шәмбе

19 ғинуар 2012 йыл, 16:29

2012 йылда Рәсәйҙә урман тәрбиәләү эштәре буйынса маҡсатлы программа булдырыласаҡ

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостан делегацияһы бөгөн Ҡазанда асылған урман тәрбиәләү эштәре буйынса бөтә Рәсәй кәңәшмәһендә ҡатнаша, уны ойоштороусы булып Федераль урман хужалығы агентлығы сығыш яһай. Делегация составында республиканың урман хужалығы министры Рәжәп Нәбиуллин да бар.

Ултырыштың төп темаһы – урман тәрбиәләү эштәренең һөҙөмтәлелеге мәсьәләһе, урман тәрбиәләү эштәрен заманса техник саралар нигеҙендә үҫтереүҙең перспективалы йүнәлештәре, шулай уҡ тармаҡта барған төп процестар, Рәсәй урман хужалығын үҫтереү мөмкинлектәре.

«Greenpress» мәғлүмәт агентлығы сайтында хәбәр ителеүенсә, «Урман хужалығын үҫтереү» дәүләт программаһы сиктәрендә 2012 йылда урман тәрбиәләү эштәре буйынса ун йыллыҡ ведомство маҡсатлы программаһын әҙерләү һәм ҡабул итеү бөгөнгө көндә илдә урман тәрбиәләү эштәрен үҫтереү өлкәһендә төп стратегик бурыс булып тора. Рәсәй урман ресурстарының торошо тураһында тулы мәғлүмәт алыу уның һөҙөмтәһе булырға тейеш, был урманды һаҡсыл файҙаланыуға килтерәсәк.