10 декабрь, Шәмбе

19 ғинуар 2012 йыл, 16:25

Башҡортостандың Торлаҡ инспекцияһы һөҙөмтәле эшмәкәрлеге буйынса Рәсәйҙә алдынғылар иҫәбендә

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостандың Дәүләт торлаҡ инспекцияһы һөҙөмтәле эшмәкәрлеге арҡаһында 2011 йыл йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙең алдынғы өс субъекты иҫәбенә инде. Рейтинг РФ Төбәктәр үҫеше министрлығының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ департаменты менән төҙөлгән.

Үткәрелгән тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә етешһеҙлектәрҙең 90 проценты бөтөрөлгән. Федераль министрлыҡ граждандар мөрәжәғәттәре менән эшләүҙә күҙәтеү ведомствоһының өлгөрлөгөн һәм һөҙөмтәлелеген билдәләй.  

Граждандар мөрәжәғәттәренең артыуы ведомствоға ышаныстың юғары булыуы тураһында һөйләй. Былтыр мөрәжәғәттәр иҫәбе бер ярым тапҡырға артҡан. БР Торлаҡ инспекцияһына физик, юридик шәхестәрҙән, башҡарма власть органдарынан, киң мәғлүмәт сараларынан йәмғеһе 6316 хат килгән. Уларҙың яртыһынан ашыуы идара компанияларының насар эшләүенә һәм күп фатирлы йорттарҙың техник торошона бәйле.  

— Асыҡланған етешһеҙлектәрҙең күбеһен бөтөрөү ҙур финанс сығымдары талап итмәй, — тип иҫәпләй Башҡортостандың баш дәүләт торлаҡ инспекторы Илдар Замалетдинов. – Хеҙмәтләндереүсе ойошмаларҙың эшен тейешенсә көйләү ҙә етә.

Дәүләт торлаҡ инспекцияһы бер нисә идара компанияларына асыҡланған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү буйынса 258 млн һумға эштәрҙе башҡарырға ҡушҡан. Бынан тыш, 2011 йылда теркәлгән етешһеҙлектәр һөҙөмтәләре буйынса торлаҡ бинаға һәм коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙәр дөйөм алғанда 97,06 млн һумға ҡайтанан иҫәпләнгән. Дәүләт инспекцияһы мәғлүмәттәренә ярашлы, тикшереүҙәр барышында торлаҡ фондын техник файҙаланыу, торлаҡ биналарынан файҙаланыу һәм коммуналь хеҙмәттәр менән тәьмин итеү буйынса 42326 ҡағиҙә боҙоу осрағы асыҡланған.

Ведомство милекселәр ширҡәттәре эшмәкәрлеген дә контролдә тота. Былтыр 68 ширҡәткә ҡағиҙә боҙоуҙарҙы бөтөрөүгә күрһәтмә бирелгән, суд тикшереүе буйынса 72 ширҡәт ябылған. Әлеге ваҡыта тағы ла 88 ширҡәт ябылыу алдында тора.

Ведомство инспекторҙары торлаҡ фондының көҙгө-ҡышҡы миҙгелгә әҙерлегенә бәйле етешһеҙлектәрҙе ваҡытында асыҡлаған. Ошоноң арҡаһында 2011-2012 йылғы йылытыу миҙгеле тотҡарлыҡһыҙ башланған.