Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.08 ↓

EUR 67.29 ↑

17 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостан парламентарийҙары «Производство һәм ҡулланыу ҡалдыҡтары тураһында»ғы республика законын камиллаштыра

Сәйәсәт

Төбәк парламентарийҙары Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың алдағы ултырышында «Производство һәм ҡулланыу ҡалдыҡтары тураһында»ғы Башҡортостан Республикаһы законына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы Башҡортостан Республикаһы законын ҡабул итергә планлаштыра. Беренсе уҡыуҙа был закон проекты үткән йылдың ноябрь айында ҡабул ителгәйне.

Законды ҡабул итеү федераль ҡануниәттәге үҙгәрештәр менән бәйле.

1998 йылда ҡабул ителгән «Производство һәм ҡулланыу ҡалдыҡтары тураһында»ғы федераль закон производство һәм ҡулланыу ҡалдыҡтарының кеше һаулығына һәм тирә-яҡ мөхиткә зыян килтереүен иҫкәртеү, шулай уҡ бындай ҡалдыҡтарҙы өҫтәмә сеймал сығанаҡтары сифатында хужалыҡ әйләнешенә йәлеп итеү маҡсатында улар менән эш итеүҙең хоҡуҡи нигеҙҙәрен билдәләй. Законға тәүге йылдарҙа индерелгән үҙгәрештәр ҡара һәм төҫлө металл һыныҡтарына ҡағылһа, хәҙер иһә был законды Европа стандарттарына тура килтереү өҫтөндә эш алып барыла.

Федераль законға индерелгән һуңғы үҙгәрештәр производство һәм ҡулланыу ҡалдыҡтары менән эш итеү өлкәһендә дәүләт контролен ойоштороу һәм уның эшмәкәрлеген тәьмин итеү системаһына, шулай уҡ уны башҡарыуға хоҡуҡлы башҡарма власть органдары эшмәкәрлеге системаһына аныҡлыҡ индерә. Ошоға бәйле Башҡортостан Республикаһы законының бер нисә положениеһына тейешле үҙгәрештәр индерелә, улар ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһендә төбәк дәүләт власы органдарының вәкәләттәрен билдәләй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть