10 декабрь, Шәмбе

19 ғинуар 2012 йыл, 15:46

Нефтекамала яңы хакимиәт башлығы

автор: Сергей Захаров

19 ғинуарҙа Нефтекама хакимиәте башлығы взифаһына Илүс Ғарифуллин тәғәйенләнде. Бындай ҡарар ҡала советы депутаттары менән ҡабул ителгән.

Илүс Фәғит улы Ғарифуллин 1960 йылдың 19 ғинуарында Илеш районының Аҡкүҙ ауылында тыуған. С.Орджоникидзе исемендәге Өфө авиация институтын тамамлаған.

Өфө авиация институтында лаборант, «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһының Үҙәк производство хеҙмәтләндереүе базаһы баш механигы, баш инженеры, директоры булып эшләй.

2003-2005 йылдарҙа Илүс Ғарифуллин Нефтекама хакимиәтенә етәкселек итә.

Һуңғы биш йылда Нефтекама нефть промыслаһы ҡорамалдары заводы директоры була.