11 декабрь, Йәкшәмбе

19 ғинуар 2012 йыл, 15:07

Республиканың 17 мең пенсионеры ташлама менән теш протездары ҡуйҙырыу программаһында ҡатнашасаҡ

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостанда ташлама менән теш протездары ҡуйҙырыу программаһы тормошҡа ашырыла башланы. «Башҡортостан Республикаһының айырым граждандарына теш протездары ҡуйыуҙа социаль ярҙам күрһәтеү» айырым маҡсатлы республика программаһы 2012-2014 йылдарға иҫәпләнгән.

БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, медицина күрһәтмәләре буйынса теш протездары ҡуйҙырыуға мохтаж һәм пенсияһына социаль өҫтәмә алыусы республика территорияһында даими йәшәгән өлкән йәштәге граждандарға өс йылға бер тапҡыр субсидия формаһында льготалы теш протездары ҡуйҙырыуға йәки теш протездарын ремонтлауға хоҡуҡ бирелә. 2012 йылда был субсидияның күләме 5220 һумға тиң.

Программала йәш критерийҙары аныҡ билдәләнгән. Шулай итеп, унда 58 йәштән өлкән ҡатын-ҡыҙҙар һәм 63 йәштән алып ир-егеттәр ҡатнаша ала. Бынан тыш, льготалы теш протездары ҡуйҙырыу программаһында ҡиммәтле металдарҙан, хаҡы буйынса ҡиммәтле металдарға тиңләштерелгән металлокерамиканан һәм башҡа төрлө ҡыйбатлы материалдарҙан теш протездары эшләү һәм уларҙы ремонтлау ҡаралмаған.

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, республика буйынса уртаса алғанда 7500 һумға теш протездары ҡуйҙырырға мөмкин.

2012 — 2014 йылдарҙа ташлама менән теш протездары ҡуйҙырыу программаһында 17 мең пенсионер ҡатнашасаҡ, тип күҙаллана. Республика бюджеты иҫәбенә дөйөм финанслау күләме – 127,8 миллион һум. Ағымдағы йылда был маҡсатҡа 43 миллион һумдан ашыу аҡса бүленәсәк.