Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

25 июнь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Төбәктә «Ҡар бөртөгө-2012» туристик-спорт фестивале үтәсәк

Йәмғиәт

Йәкшәмбе, 5 февралдә, республикала «Ҡар бөртөгө-2012» туристик-спорт фестивале үтәсәк. Сара Куйбышев тимер юлының 1753 километр туҡталышы янында элекке Голодный хуторы яланында үткәреләсәк.

Башҡортостанда ситтән килеү туризмын үҫтереү, әүҙем тормошто пропагандалау, «Ҡар бөртөгө» ҡала-тирә поезында халыҡтың ҡышҡы сәйәхәткә сығыу йолаһын тергеҙеү фестивалдең төп маҡсаттары булып тора.  Сарала теләгән һәр кем ҡатнаша ала.

«Башинформ» агентлығына фестивалде ойоштороусыларҙың береһе – Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы хәбәр итеүенсә, байрам программаһына сараны асыу тантанаһы, күңелле конкурстар, саңғыла йөрөү һәм ярышыу, шулай уҡ башҡа төрлө уйындар инә.

Өфө тимер юлы станцияһынан «Ҡар бөртөгө» электричкаһы иртәнге сәғәт 8-ҙә ҡуҙғалып, 18.56 сәғәттә кире әйләнеп ҡайтасаҡ. Юлда булыу ваҡыты – 2,5 сәғәт.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть