5 декабрь, Дүшәмбе

19 ғинуар 2012 йыл, 14:19

Муниципаль һайлауҙарҙа Башҡортостанда 721 мандатҡа 1920 кандидат дәғүә итәсәк

автор: Марина Шумилова

Башҡортостанда алдағы муниципаль һайлауҙарҙа депутатлыҡҡа кандидаттар күрһәтеү тамамланды. БР Һайлау комиссияһының Мәғлүмәт үҙәге мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала 1920 кандидат теркәлгән. Шуларҙың 697-һе — үҙҙәрен үҙҙәре күрһәтеүселәр, ҡалғандары сәйәси фирҡәләр менән тәҡдим ителгән. Муниципаль һайлауҙарҙа бөтә парламент партиялары ла ҡатнашырға йыйына. Депутат мандаттарына «Берҙәм Рәсәй»ҙән – 728, коммунистар партияһынан – 193, «Ғәҙел Рәсәй»ҙән — 172, Рәсәйҙең либераль-демократик партияһынан 130 кандидат дәғүә итә.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, 2012 йылдың 4 мартында Башҡортостанда Рәсәй Федерацияһы Президенты һайлауҙары менән бергә муниципаль һайлауҙар үтәсәк. Республиканың һигеҙ ҡала округында – Өфөлә, Ағиҙелдә, Күмертау, Нефтекама, Октябрьский, Салауат, Сибай һәм Стәрлетамаҡта урындағы үҙидараның вәкиллекле органдары – ҡала Советтарына һайлауҙар үтәсәк. Дөйөм алғанда 192 мандат алмаштырыласаҡ. Межгорье ябыҡ административ-территориаль берәмегендә ҡала Советына өҫтәмә һайлауҙар (бер һайлау округы буйынса) үтергә тейеш. Ағиҙел һәм Межгорье ҡалаларынан тыш, ете ҡала Советына депутаттар һайлау тәүге тапҡыр ҡатнаш система (мажоритар һәм пропорциональ) буйынса ойоштороласаҡ. Ошо уҡ көндө туғыҙ ҡала биләмәһе Советына (165 бер мандатлы округ буйынса) һәм 30 ауыл биләмәһе Советына (294 округ буйынса) һайлауҙар үтәсәк. 60 округ буйынса ауыл биләмәләре Советына – өҫтәмә, ете округ буйынса ҡабаттан һайлауҙар үтәсәк.  Дөйөм алғанда муниципаль һайлауҙарҙа 721 депутат мандаты таратыласаҡ.

темалар: һайлау