3 декабрь, Шәмбе

19 ғинуар 2012 йыл, 12:41

Республика Михаил Нестеровтың тыуыуына 150 йыл тулыуҙы билдәләүгә әҙерләнә

автор: "Башинформ"

Республика Хөкүмәте йортонда билдәле рус рәссамы, Башҡорт дәүләт художество музейына нигеҙ һалыусы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Михаил Васильевич Нестеровтың тыуыуына 150 йыл тулыуҙы билдәләүгә әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса кәңәшмә үтте.

Быйыл 31 майҙа билдәле яҡташыбыҙҙың тыуыуына 150 йыл туласаҡ. Үткән йылдың авгусында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов юбилейҙы үткәреү буйынса Указға ҡул ҡуйғайны.

Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов үткәргән кәңәшмәлә юбилейға бәйле төп саралар, Башҡорт дәүләт художество музейы бинаһын реконструкциялау һәм Өфөлә Нестеров исемен мәңгеләштереү мәсьәләләре тикшерелде.

Рәссамдың тыуған көнөнә Ленин урамы, 14/16 адресы буйынса урынлашҡан йортта рәссамдың барельефы менән мемориаль таҡтаташ асыу тантанаһы планлаштырыла. Элек был урында рәссам йәшәгән йорт булған.

Сентябрҙә Өфөлә бер нисә юбилей сараһы үткәреләсәк, Асыҡ республика балаларҙың художестволы ижады конкурсына йомғаҡ яһаласаҡ.  

Төп саралар башланыуға Ленин урамы менән Ибраһимов бульвары киҫешкән урында «Нестеров скверы» ял зонаһы төҙөкләндереләсәк. Алдағы йылдарҙа шулай уҡ Өфө урамдарының береһенә Нестеров исемен биреү, бөйөк рус рәссамына һәйкәл ҡуйыу планлаштырыла, тип хәбәр иттеләр республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.