8 декабрь, Кесе йома

19 ғинуар 2012 йыл, 11:16

Рөстәм Хәмитов Милли медицина палатаһы башлығы Леонид Рошаль менән осрашты

автор: Сергей Захаров | фото: Андрей Старостин

18 ғинуарҙа Өфөлә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Милли медицина палатаһы башлығы Леонид Рошаль менән осрашты.

Республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әңгәмә барышында яҡтар, илдә гражданлыҡ йәмғиәтен төҙөүҙә медицина хеҙмәткәрҙәре әүҙем ҡатнашырға тейеш, тип билдәләне. Леонид Рошаль медицина хеҙмәттәрен сифатлыраҡ итеүгә йүнәлтелгән норматив акттарҙы әҙерләүҙә ҡатнаша алырлыҡ структура төҙөү яҡлы булыуын билдәләне. Профессор фекеренсә, Медицина палатаһы бындай структура ролен башҡара алыр ине.

— Сит илдәрҙә һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтары профессиональ эшмәкәрлек менән шөғөлләнмәй. Уларҙың ҡулында – аттестаттар, сертификаттар, финанстар, идеология структуралары. Ә ҡалған эш менән профессиональ ассоциациялар мәшғүл. Бөтә илдәрҙә лә улар берҙәм. Германияла – Медицина палатаһы, Америкала – Ассоциациялар. Барлыҡ был өлкәләр менән улар эш итә. Германияла, мәҫәлән, һәр табиб мотлаҡ Медицина палатаһы ағзаһы булырға тейеш. Әммә әгәр ҙә ул этик нормаларҙы боҙа икән, уны ойошманан сығаралар, һәм ул профессиональ эшмәкәрлек менән башҡа шөғөлләнергә тейеш түгел, — тине билдәле балалар хирургы.

Рөстәм Хәмитов Леонид Рошальдың Башҡортостанда Төбәк медицина палатаһын булдырыу буйынса тәҡдимен хупланы.

— Был дөрөҫ тәҡдим. Мин судъялар берләшмәһе менән сағыштырам. Уларҙа Коллегия бар. Ҡайһы бер судъяларҙың был исемгә, бәлки, лайыҡ булмауын беләбеҙ. Ошоға бәйле Коллегия үҙенә күрә һайлап алыу үткәрә. Һәм бының менән Һаулыҡ һаҡлау министрлығы түгел, ә һеҙ әйткән профессионалдар ойошмаһы шөғөлләнергә тейеш. Был бик аҡыллы фекер, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика Президенты.