Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42 ↓

EUR 61.86 ↑

25 март, Шәмбе

Уфа   °

Өфөлә РФ Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары ассоциацияһы съезы үтәсәк

Сәйәсәт

Өфөлә Рәсәй Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары һәм ауыл хужалығы кооперативтары ассоциацияһы съезы үтәсәк. Был хаҡта Өфө ҡала Советының сираттағы ултырышында Рөстәм Хәмитов хәбәр итте.

Төбәк башлығы билдәләүенсә, съезға Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән меңгә яҡын делегат киләсәк.

— Был ҙур сара. Ваҡыт самалы ҡалды, әҙерләнергә кәрәк, — тине Рөстәм Хәмитов.

Республика Президенты һүҙҙәренсә, съезд өс-дүрт аҙнанан үтәсәк. Уны үткәреү тураһында ҡарар көн элгәре Мәскәүҙә ҡабул ителде.

Рәсәй Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары һәм ауыл хужалығы кооперативтары ассоциацияһы 1990 йылдың ғинуарында булдырылды. Ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр йөҙөндә Рәсәй крәҫтиәндәренең һәм фермерҙар берләшмәһенең хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлау Ассоциацияның төп маҡсаты булып тора. Әлеге ваҡытта уның составына 68 төбәк крәҫтиәндәр союзы һәм ассоциацияһы инә, улар район кимәлендәге 600-гә яҡын фермер ойошмаһын, шулай уҡ фермер инфраструктураһының яҡынса 1500 кооператив берләшмәһен һәм предприятиеһын берләштерә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть