2 декабрь, Йома

18 ғинуар 2012 йыл, 18:10

Башҡортостан уҡытыусыһының уртаса айлыҡ эш хаҡы – яҡынса 16,5 мең һум

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Башҡортостанда уҡытыусыларҙың уртаса айлыҡ эш хаҡы яҡынса 16,5 мең һум тәшкил итә. Бындай мәғлүмәт менән бөгөн Өфөлә үткән Дәүләт Думаһының Мәғариф буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Людмила Бокованың Башҡортостандың мәғариф активы менән осрашыуында республиканың мәғариф министры урынбаҫары Елена Козлова таныштырҙы.

— Башҡортостан Республикаһында уҡытыусыларҙың уртаса эш хаҡы 2011 йылдың 1 декабренә тиклем айына 16455 һумға тиклем арттырылды, — тип хәбәр итте ул. – Киләһе йылға бюджетҡа 2 миллиард 34 миллион һум һалынған. Әлеге ваҡытта уртаса эш хаҡы 16800 һумға барып баҫа.

Өфөнөң Мәғариф идаралығы начальнигы Азамат Сәйфуллин һүҙҙәренсә, Өфө уҡытыусыһының уртаса айлыҡ эш хаҡы 17 мең һумдан ашыу тәшкил итә.

темалар: мәғариф,эш хаҡы