9 декабрь, Йома

18 ғинуар 2012 йыл, 17:52

Рөстәм Хәмитов Өфөлә хеҙмәт хаҡы һәм эшһеҙлек мәсьәләләрен хәл итеүҙе талап итте

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостан Президенты Өфө халҡының хеҙмәт хаҡы кимәлен арттырыуҙы һәм эшһеҙлекте кәметеүҙе Өфө ҡалаһының яңы башлығы Ирек Ялалов алдында торған төп бурыстарҙың береһе тип иҫәпләй. Был проблемаларҙы ул Өфөнөң ҡала Советы ултырышында билдәләне.

Рөстәм Хәмитов Екатеринбург ҡалаһын миҫалға килтерҙе. Унда уртаса хеҙмәт хаҡы кимәле 28 мең һум тәшкил итә. Өфөлә иһә — ни бары 24 мең.

— Был дүрт мең – күрше ҡалалар өсөн ярайһы уҡ ҙур айырма, — тип иҫәпләй республика Президенты. – Шул уҡ ваҡытта 24 меңдең дә күп кенә өфөлөләр өсөн барып етмәҫлек кимәл булыуын аңлайбыҙ.

Рөстәм Хәмитов Өфөнөң, Мәскәү менән Санкт-Петербургты иҫәпкә алмағанда, илдең миллионлы ҡалалары араһында сәнәғәт производствоһы лидеры булыуын иҫкә төшөрҙө. Ә Өфөлә табышһыҙ урта һәм ҙур предприятиеларҙың сағыштырма ауырлығы Рәсәйҙә иң түбәне.

— Тимәк, беҙҙең предприятиелар яҡшы эшләй, — тине Башҡортостан Президенты. — Ни өсөн һуң хеҙмәт хаҡын түләмәйҙәр? Ни өсөн уны арттырмайҙар? Быны хәл итергә кәрәк.

Хеҙмәт хаҡының тейешле кимәлдә булмауы менән бер рәттән ҡалала эш урындары етмәү проблемаһы ла киҫкен тора. Уны ла хәл итеү зарур, сөнки эшһеҙлек халыҡта ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙыра, һәм был ғәҙел күренеш.

Рөстәм Хәмитов, өфөлөләрҙең үҙҙәре өсөн эш урындары етмәү проблемаһынан тыш, баш ҡаланың бөтә республиканан кешеләрҙе тартып тороусы магнит булыуына иғтибарын йүнәлтте. Һөҙөмтәлә хеҙмәт баҙарында конкуренция арта. Йыш ҡына кешеләр профессиональ сифаттар түгел, ә яҡташлыҡ принцибы буйынса эшкә алына.

— Ә өфөлөләргә ҡайҙа барырға? – тигән һорау бирҙе республика Президенты. – Был проблемалар хаҡында асыҡтан-асыҡ әйтергә кәрәк.