5 декабрь, Дүшәмбе

18 ғинуар 2012 йыл, 16:59

Төбәк муниципалитеттарына 2011 йылда 495 күсемһеҙ милек объекты тапшырылды

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт министрлығына һәм Милек менән идара итеү комитеттарына 2011 йылда 138 ҡуртымсы улар ҡуртымға алған объекттарҙы һатып алыу буйынса мөрәжәғәт иткән. Үткән йыл эсендә һатып алыу хоҡуғын ҡулланыу өсөн ғариза менән мөрәжәғәт итеүсе эшҡыуарлыҡтың бәләкәй һәм урта субъекттары менән ҡуртымға алынған мөлкәтте һатып алыу һәм һатыу буйынса 386,2 миллион һум суммаға йәмғеһе 119 килешеү төҙөлгән. Атап әйтелгән килешеүҙәр буйынса дөйөм майҙан 25747 квадрат метр тәшкил иткән. Был хаҡта Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.

Шулай уҡ ҡануниәткә ярашлы федераль милек ҡарамағына Башҡортостан Республикаһы мөлкәтендә иҫәпләнгән 787 күсемһеҙ милек объекты, полиция хеҙмәткәрҙәре менән файҙаланылған ер участкаһы, бина һәм ҡоролма тапшырылған. Уларҙың дөйөм майҙаны 261972 квадрат метр тәшкил иткән.

Бынан тыш, үткән йыл эсендә Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәренең муниципаль мөлкәтенә 495 күсемһеҙ милек объекты (шул иҫәптән инженер селтәрҙәре, фатирҙар, торлаҡ йорттар, йәшәү өсөн тәғәйенләнмәгән объекттар, гидротехник ҡоролмалар) тапшырылған. Шулай уҡ 473538 квадрат метр дөйөм майҙанлы 32 ер участкаһы тапшырылған.