11 декабрь, Йәкшәмбе

18 ғинуар 2012 йыл, 15:35

Рөстәм Хәмитов Ирек Ялаловтың Өфө мэры итеп һайланыуын хупланы

автор: Евгений Рәхимҡолов | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Ирек Ялаловтың Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы итеп һайланыуын хупланы.

Президент һүҙҙәренсә, ҡала башлығын һайлау процедураһын ул ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәткән. Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, ул тауыш биреү барышына нисек тә йоғонто яһау түгел, ә был процедураның нисек үтеүен күреү һәм аңлау өсөн сарала ҡатнашырға рөхсәт һораған.

— Властың алмашыныуы – һәр саҡ мөһим ваҡиға. Был сәйәси, иҡтисади, социаль тормоштағы яуаплы күренеш, — тине Рөстәм Хәмитов.

Ул үҙенең дә күптән түгел был һынау аша үтеүен иҫкә төшөрҙө — уның Башҡортостан Президенты вазифаһында эшләй башлауына йыл ярым тулды. Рөстәм Хәмитов иҫәпләүенсә, Ирек Ялаловҡа үҙенең булдыҡлылығын иҫбатларға, депутаттар корпусына һәм ҡала халҡына таянып эшләй алыуын күрһәтергә кәрәк буласаҡ әле.

Рөстәм Хәмитов ҡала Советы депутаттарына Өфөлә власть кимәлен түбәнәйтеүгә юл ҡуймауҙары өсөн рәхмәт белдерҙе. Уның фекеренсә, ҡала башлығы вазифаһына әҙерлекле кеше тәғәйенләнгән.

Республика Президенты, Ирек Ялаловтың ҡала мэры итеп һайланыуы – власть алмашыныуы ғына түгел, ә ниндәйҙер кимәлдә күсәгилешлелек тә, тип билдәләне. Ирек Ялалов – ҡала башлығының беренсе урынбаҫары, бынан һуң йыл дауамында республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры булып эшләне. Рөстәм Хәмитов Ирек Ялаловтың был вазифаһындағы эшмәкәрлегенән ҡәнәғәт булыуын билдәләне. Өфө ҡалаһы һәм Башҡортостан көҙгө-ҡышҡы йылытыу осорона әҙерлек, ремонт эштәре, торлаҡ-коммуналь хужалыҡты яңыртыу буйынса дөйөм алғанда алдынғылар рәтендә булған, төбәктә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә яңы проекттар тормошҡа ашырылған.

— Ҡала мэры вазифаһында ышаныслы, көслө, хужалыҡсыл, ҡала хужалығы менән идара итә алырлыҡ, ҡала халҡы, ҡала округы депутаттары, предприятие етәкселәре менән яҡшы мөнәсәбәт булдырырға әҙер етәксене күрергә теләгәйнем. Был эш өсөн, әлбиттә, әҙерлекле, тормош һәм кәрәкле эш тәжрибәһе булған кеше кәрәк ине, — тине Рөстәм Хәмитов.