8 декабрь, Кесе йома

18 ғинуар 2012 йыл, 15:16

Башҡортостанда 2012 йылға капитал һалыуҙар күләме һәм файҙаланыу йүнәлештәре билдәләнде

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Башҡортостанда 2012 йылға Республика адреслы инвестиция программаһы ҡабул ителде. «Программа БР Хөкүмәтенең тейешле ҡарары менән раҫланды һәм быйылғы йылға дәүләт капитал һалыуҙары күләмен һәм файҙаланыу йүнәлештәрен билдәләй», — тип хәбәр итә БР Иҡтисади үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Социаль комплексты үҫтереү дәүләт капитал һалыуҙарының өҫтөнлөклө йүнәлеше буласаҡ. Мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт һәм спорт объекттарын үҫтереүгә һәм яңыртыуға адреслы инвестиция программаһында һалынған средстволар күләме 4,5 млрд һумды, йәғни республика программаһының дөйөм күләменең 52 процентын тәшкил итә.  

2012 йылда республикала, атап әйткәндә, 52 балалар баҡсаһын, алты мәктәпте, 13 физкультура-һауыҡтырыу комплексын, Стәрлетамаҡтағы боҙ һарайын сафҡа индереү планлаштырыла.

— Әйтергә кәрәк, инвестицион процесты ойоштороу буйынса ағымдағы йыл үткән йылдарҙан айырылып торасаҡ, — тинеләр министрлыҡтың матбуғат хеҙмәтендә. — Инвестицион сығымдар, төҙөлөш һәм ремонт эштәрен финанслау республикала төрлө дәүләт структуралары менән әҙерләнгән бер нисә программа буйынса ғәмәлгә ашырыла. Берҙәм инвестицион сәйәсәт булдырыу маҡсатында 2012 йылда тәүге тапҡыр бер йылға иҫәпләнгән республиканың инвестицион эшмәкәрлеге һәм төҙөлөш-ремонт эштәре буйынса координацион планын төҙөү планлаштырыла. Унда Республика адреслы инвестиция программаһы, Башҡортостан Республикаһының Инвестиция фонды, Федераль адреслы инвестиция программаһы объекттары, шулай уҡ бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан финансланған объекттар кеүек инвестиция йүнәлештәре инәсәк. Документ яҡын арала республика Хөкүмәтенә ҡарауға тәҡдим ителәсәк.