11 декабрь, Йәкшәмбе

18 ғинуар 2012 йыл, 14:45

Республикала Рәсәй президентлығына кандидат Владимир Путинға ярҙам итеү буйынса үҙәк халыҡ штабының мобиль төркөмө эшләй

автор: Марина Шумилова

18 ғинуарҙа Башҡортостанда Рәсәй президентлығына кандидат Владимир Путинға ярҙам итеү буйынса үҙәк халыҡ штабының мобиль төркөмө эшләй. Уның составында — Дөйөм Рәсәй халыҡ фронды ағзалары: Милли медицина палатаһы президенты, Ашығыс балалар хирургияһы һәм травматологияһы ғилми-тикшеренеү институты директоры Леонид Рошаль, алтынсы саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаттары – Дәүләт Думаһының Һаулыҡ һаҡлау буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Сергей Дорофеев, Мәғариф буйынса комитет рәйесе урынбаҫары Людмила Бокова, Хеҙмәт, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитет ағзаһы Валерий Трапезников, Рәсәй Ауыл йәштәре союзы рәйесе Ольга Платошкина һәм Ставрополь крайы Апанасенко районының  Апанасенко исемендәге ауыл хужалығы-етештереү кооперативы рәйесе Алексей Лавриненко.

Көн дауамында мобиль төркөм ағзалары республика йәмәғәтселеге менән осрашыуҙар үткәрә, унда асыҡ диалог форматында Рәсәй президентлығына кандидат Владимир Путиндың һайлау алды программаһындағы положениеларҙы аңлата, халыҡ һорауҙарына яуап бирә.