4 декабрь, Йәкшәмбе

18 ғинуар 2012 йыл, 14:21

Һалым хеҙмәткәрҙәре граждандарҙы 2012 йылда көсөнә ингән яңы закондар менән таныштыра

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Башҡортостанда һалым хеҙмәткәрҙәренең халыҡ менән мәғлүмәти осрашыуҙары серияһы старт алды. Семинарҙарҙа белгестәр 2012 йылда көсөнә ингән ҡануниәттәге үҙгәрештәр, шулай уҡ һалым түләүселәрҙең бюджет алдындағы бурыстарын үтәүҙе мөмкин тиклем еңелләштерергә һәм тиҙләтергә мөмкинлек биргән һалым хеҙмәтенең яңы электрон сервистары тураһында һөйләй.

Федераль һалым хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы мәғлүмәтенә ярашлы, ғинуарҙа бындай семинарҙар Бөрөлә – 18-ендә, Мәләүездә – 24-ендә, Федоровка районында 26-һында үтәсәк. Ә айҙың һуңғы көнөндә Стәрлетамаҡта  һалым түләүселәр-һалым хеҙмәте агенттары өсөн «Һалым ҡануниәтендәге үҙгәрештәр һәм 2-НДФЛ формаһы буйынса белешмәләр тапшырыу үҙенсәлектәре» темаһына семинар-кәңәшмә ойоштороласаҡ.

Семинарҙар расписаниеһы менән ентекләберәк Федераль һалым хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы сайтында танышырға мөмкин.