6 декабрь, Шишәмбе

18 ғинуар 2012 йыл, 14:08

«Китап» нәшриәте яҙыусы Камил Йыһаншин менән осрашыу ойоштора

автор: Любовь Колоколова

25 ғинуарҙа Өфөлә, Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте магазинында (Октябрь проспекты, 2) сәғәт 4-тән киске 6-ға тиклем билдәле яҙыусы, «Золото Алдана», «Скитники» кеүек рус телендә сыҡҡан романдарҙың авторы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, сәйәхәтсе Камил Йыһаншин менән осрашыу үткәрелә.

Осрашыуҙа 2011 йылда яҙыусы тап ошо әҫәре өсөн Вячеслав Шишков исемендәге абруйлы бөтә Рәсәй әҙәби премияһына лайыҡ булған «Золото Алдана» китабының презентацияһы үткәреләсәк, йәнә автор әҫәрҙәренең яҙылыу тарихы, слайдтар ярҙамында сәйәхәттәре тураһында һөйләйәсәк.

Теләге булғандарҙың барыһы ла осрашыуға саҡырыла. Сара дауамында яҙыусынан автографтар алырға мөмкин буласаҡ.