Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.54 ↑

EUR 67.68 ↓

29 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанда 28 мең кеше «Оҙайлы эш стажына эйә хеҙмәт ветераны» исеменә дәғүә итә

Иҡтисад

«Оҙайлы эш стажына эйә хеҙмәт ветераны» исемен алыу өсөн Башҡортостандың халыҡты социаль яҡлау органдарына 28300-ҙән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән. БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, иң күп мөрәжәғәт Өфөнөң Калинин, Октябрь һәм Совет райондарында, шулай уҡ Стәрлетамаҡта һәм

Нефтекамала теркәлгән.  

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, 2012 йылдың 1 ғинуарынан «Оҙайлы эш стажына эйә хеҙмәт ветераны» исемен биреүгә бәйле «Һуғыш, хеҙмәт һәм Ҡораллы көстәр ветерандары тураһында»ғы Башҡортостан Республикаһы Законы үҙ көсөнә инде. Пенсия йәшенә (ир-егеттәр — 60 йәшкә, ҡатын-ҡыҙҙар — 55 йәшкә) еткәс, хеҙмәт стажы 40 һәм 35 йылға тулһа, «Оҙайлы эш стажына эйә хеҙмәт ветераны» исемен алыу өсөн йәшәү урыны буйынса Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығына мөрәжәғәт итергә мөмкин.

БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы әлеге ваҡытта был мәсьәләгә бәйле килеп тыуған хәлдәрҙе тикшерә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть