Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 55.84 ↓

EUR 60.79 ↑

26 апрель, Шаршамбы

Уфа   °

Ирек Ялалов Өфө мэры итеп һайланды

Сәйәсәт

Ирек Ялалов Өфө ҡалаһы башлығы итеп һайланды. Бындай ҡарар ҡала Советының сираттағы 47-се ултырышында ҡабул ителде. Ирек Ялалов өсөн 29 депутаттан 28-е тауыш бирҙе.

Ирек Ялаловтан тыш, Совет ултырышында шулай уҡ конкурс нигеҙендә һайлап алыу аша үткән Эдвард Мурзин менән Салауат Хөсәйенов кандидатуралары ҡаралды. Хөсәйеновҡа ҡаршы 20 депутат тауыш бирҙе, алты кеше тауыш биреүҙән тыйылды һәм өсәүһе тауыш бирмәне. Мурзинға ҡаршы 27 тауыш булды һәм ике депутат тауыш бирмәне.

Тауыш биреүҙән һуң яңы ҡала башлығы менән контракт төҙөү тантанаһы үтте. Документҡа Ирек Ялалов һәм Өфөнөң ҡала Советы рәйесе Ирек Ниғмәтуллин ҡул ҡуйҙы.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, баштан алып ҡала башлығы вазифаһына туғыҙ кеше дәғүә итте. Әммә бер кандидат үҙенең кандидатураһын ошо вазифаға тәғәйенләүҙән баш тартты. Ике кандидат эксперттар комиссияһы имтиханын тапшырманы, йәнә өсәүһе имтиханды бирә алманы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть