5 декабрь, Дүшәмбе

18 ғинуар 2012 йыл, 12:24

2011 йылда республикала Ирәмәл тауына 20 меңгә яҡын кеше күтәрелгән

автор: Галина Бахшиева

2011 йылда 20 меңгә яҡын кеше «Ирәмәл» тәбиғәт паркында булған. Бындай мәғлүмәттәрҙе «Башинформ» агентлығына тәбиғәт паркы директорының фән буйынса урынбаҫары Илсаф Ғәбдиев хәбәр итте.

2010 йылда иһә, урындағы халыҡ мәғлүмәттәре буйынса, туристар һаны 30 мең кешегә еткән. Бының дөрөҫ булыу-булмауын әле әйтеүе ауыр. Сөнки туристарҙы рәсми рәүештә теркәү үткән йылдан башлап, Ирәмәлгә тәбиғәт паркы статусы бирелгәндән алып, ойошторола башланы.

— Ирәмәлгә килеүселәрҙе рәсми рәүештә иҫәпкә алыу 2011 йылда тәүгә үткәрелде. Иң күп туристар Силәбе өлкәһенең Төлөк ауылы яғынан тауға күтәрелгән. Улар паркка килеүселәрҙең өстән ике өлөшөн тәшкил итә. Үткән йылдың июль-август айҙарында тауға менергә теләүсе туристар һаны ял көндәрендә 300 кешегә, ә ҡайһы саҡта хатта 400-гә барып етте, — тине Илсаф Ғәбдиев.

Яңы йыл байрамдарына килгәндә, 10 көн эсендә Ирәмәлгә дөйөм алғанда 150 турист күтәрелгән.