10 декабрь, Шәмбе

18 ғинуар 2012 йыл, 12:11

Рәсәй Почтаһы ғинуарҙағы тарифтарҙы индексациялауҙы кисектерҙе

автор: Любовь Колоколова

Рәсәй Почтаһы элегерәк ҡабул ителгән ғинуарҙан почта хеҙмәттәренә тарифтарҙы күтәреү тураһындағы ҡарарын ғәмәлдән сығарҙы. Ғинуарҙағы традицион индексация һуңыраҡ ваҡытҡа күсерелә, тип хәбәр итә «Рәсәй Почтаһы» федераль дәүләт унитар предприятиеһының матбуғат хеҙмәте.

Шулай итеп, әлегә теләге булғандарҙың барыһы ла посылкаларҙы, хаттар һәм 1-се класлы бандеролдәрҙе уҙған йылдағы хаҡтар менән ебәрә ала. Планлаштырылған тарифтарҙы күтәреү почтаға ҡайһы бер хеҙмәттәр күрһәткәндә алып бөтөрмәгән табышын компенсацияларға тейеш ине.

Рәсәй Почтаһы үҙенең клиенттары мәнфәғәтендә бер нисә йыл рәттән тарифтарҙы ауыҙлыҡлау сәйәсәтен алып бара, тип билдәләнеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.

темалар: почта,тарифтар