7 декабрь, Шаршамбы

18 ғинуар 2012 йыл, 11:31

Ейәнсура районында урман хужалығы мәсьәләләре буйынса граждандарҙы күсмә ҡабул итеү ойоштороласаҡ

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостандың урман хужалығы министры Рәжәп Нәбиуллин бөгөн Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылының район хакимиәте бинаһында граждандарҙы ҡабул итәсәк.

— Граждандарҙы күсмә ҡабул итеү нигеҙҙә урман хужалығына идара итеүҙә ҡануниәт үҙенсәлектәренә, халыҡҡа ағас бүлеү һәм урмандарҙы янғындан һаҡлауҙа уның роле мәсьәләләренә арналасаҡ. Әлбиттә, урман хужалығы мәсьәләләренән тыш, район халҡы башҡа төрлө һорауҙар ҙа бирә ала, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығының матбуғат секретары Айбулат Ғәйнуллин.

Осрашыуҙа шулай уҡ муниципаль берәмек хакимиәте башлығы һәм Ейәнсура, Кананикольск, Йылайыр урман хужалыҡтары етәкселәре ҡатнашасаҡ. Башлана – 11 сәғәттә.

Башҡортостандың урман хужалығы министры 2011 йылда йәмғеһе 20-гә яҡын бындай ҡабул итеү үткәргән.