3 декабрь, Шәмбе

18 ғинуар 2012 йыл, 11:23

Мотлаҡ медицина страховкалауына иғәнәләр түләүгә бәйле ҡануниәткә үҙгәрештәр индерелде

автор: Ғәлиә Нәбиева

Мотлаҡ медицина страховкалауына страховка иғәнәләре түләүгә бәйле ҡануниәткә үҙгәрештәр индерелде.

Мотлаҡ медицина страховкалауының федераль фондына страховка иғәнәләре 2009 йылдың 24 июлендә билдәләнгән ставкалар буйынса иҫәпләнә һәм түләнә. Быйылдан башлап фондтың территориаль бүлексәләренә страховка иғәнәләре иҫәпләнмәйәсәк, тип хәбәр иттеләр РФ Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһендә.

2012 йылдың 1 ғинуарынан мотлаҡ медицина страховкалауына бюджет классификацияһы кодтары ла үҙгәрҙе. Уларҙың тулы исемлеге менән Рәсәй Пенсия фондының  www.pfrf.ru сайтындағы «Эш биреүселәргә» бүлегендә танышырға мөмкин.