3 декабрь, Шәмбе

18 ғинуар 2012 йыл, 11:07

Республикала орлоҡтарҙың 92 проценты кондицияға еткерелгән

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостанда 277,2 мең тонна иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары орлоғо ГОСТ талаптарына ярашлылыҡҡа тикшерелгән. Был пландың  95 проценты. Россельхознадзорҙың Башҡортостан референт үҙәге 253,4 мең тонна орлоҡто кондицияға еткерелгән тип тапҡан. Был тикшерелгән орлоҡтарҙың дөйөм күләменең 92 проценттан ашыуын тәшкил итә.

Әле 23,2 мең тонна орлоҡ (8%) кондицияға еткерелмәгән, шул иҫәптән сүпле булыуы арҡаһында – 16,4 мең, сығышы буйынса – 7,76 мең тонна, дымлылығы буйынса – 0,8 мең тонна һәм амбар ҡоротҡостары менән зарарланғанлығы арҡаһында 402 тонна орлоҡ сәсеүгә әҙер түгел.