4 декабрь, Йәкшәмбе

18 ғинуар 2012 йыл, 10:56

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы спикеры республика парламентында күрһәтелмәгән сәйәси партия лидерҙары менән осрашты

автор: Марина Шумилова | фото: Андрей Старостин

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев 17 ғинуарҙа Өфөлә Башҡортостан парламентында күрһәтелмәгән сәйәси партиялар вәкилдәре менән осрашты. Улар – Ғәҙел Рәсәй партияһының төбәк бүлексәһе Советы рәйесе Константин Шаһиморатов, ЛДПР-ҙың Башҡортостан төбәк бүлексәһе координаторы, Дәүләт Думаһы депутаты Иван Сухарев, «Яблоко» партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе Сергей Наумкин, «Рәсәй патриоттары» сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе комитеты рәйесе Заһир Хәкимов. Осрашыуҙа Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы рәйесе урынбаҫарҙары Рафаил Зинуров һәм Лилиә Ғүмәрова, Урындағы үҙидара һәм йәмәғәт берекмәләре буйынса комитет рәйесе Рөстәм Күзбәков, уның урынбаҫары Венера Шәрәфетдинова, Дәүләт төҙөлөшө буйынса комитет рәйесе урынбаҫары Михаил Бугера, Сәнәғәт, транспорт, төҙөлөш, элемтә һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитет рәйесе урынбаҫары Елена Родина, республиканың Дәүләт Йыйылышы Секретариаты етәксеһе Зөфәр Еникеев ҡатнашты.

Республика парламенты спикеры сәйәси партия лидерҙарын Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы тарихы һәм эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре менән таныштырҙы, республиканың бөгөнгө закондар сығарыу базаһына баһа бирҙе, парламентарийҙар менән сәйәси партиялар араһында асыҡ диалог булдырыу кәрәклеген һәм тәбәктең Дәүләт Йыйылышы үҫешендә уның фракцияларының («Берҙәм Рәсәй» һәм КПРФ) ролен билдәләне.

Бындай диалогтың әһәмиәтен үткән Дума һайлауҙары һөҙөмтәләре лә иҫбатлай, унда Ғәҙел Рәсәй, ЛДПР, «Яблоко» һәм «Рәсәй патриоттары» сәйәси партиялары 306 мең тауыш йыйғайны (был тауыштарҙың 11 процентын тәшкил итә). Константин Толкачев билдәләүенсә, был сәйәси партиялар кандидаттары 2013 йылда үтәсәк парламент һайлауҙарында республиканың Дәүләт Йыйылышына үтә аласаҡ, һәм бөгөн улар Башҡортостан ҡануниәтен камиллаштырыу процесынан ситтә ҡалырға тейеш түгел.

Сәйәси партиялар вәкилдәре республика халҡы өсөн көнүҙәк булған закон проекттарын әҙерләүҙә парламент менән хеҙмәттәшлек итергә әҙер булыуын белдерҙе, бер нисә аныҡ инициатива менән дә сығыш яһаны. Фекер алышыу һөҙөмтәләре буйынса эш төркөмө — республиканың Дәүләт Йыйылышында күрһәтелмәгән сәйәси партиялар вәкилдәре инәсәк Координация үҙәген булдырыу тураһында килешеүгә өлгәшелде. Был төркөм эшмәкәрлегенә Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы рәйесе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова контроллек итәсәк. Төркөм сиктәрендә республика һәм дөйөм ил ҡануниәтен камиллаштырыуға йүнәлтелгән инициативалар тәҡдим ителәсәк, айырым хоҡуҡи блоктар буйынса сәйәси берләшмә вәкилдәренең республика Дәүләт Йыйылышы Комитеттары ағзалары менән осрашыуҙары үтәсәк.