3 декабрь, Шәмбе

18 ғинуар 2012 йыл, 10:37

Рөстәм Хәмитов «Газпром» йәмғиәте идараһы рәйесе Алексей Миллер менән осрашты

автор: Сергей Захаров

17 ғинуарҙа Мәскәүҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе Алексей Миллер менән осрашты. Республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостанды газ менән тәьмин итеү, республикала «Газпром нефтехим Салауат» предприятиеһы нигеҙендә технопарк менән Бөтә Рәсәй газ химияһы үҙәген ойоштороу, тораҡ пункттарға газ үткәреү, компанияның спорт сараларында ҡатнашыуы, социаль яуаплылығы мәсьәләләре тикшерелде.

Журналистар менән осрашыуҙа, 2011 йылда Башҡортостанда «Газпром»дың һәм уның структураларының эшмәкәрлегенә йомғаҡтар тураһында һөйләгәндә, Рөстәм Хәмитов «бик яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшелеүен» һыҙыҡ өҫтөнә алды.

— Республикала газ менән тәьмин итеү күрһәткесе артты һәм 17 миллиард кубометрға тиерлек етте. Был һуңғы 18 йылдағы иң яҡшы һөҙөмтә, Башҡортостан сәнәғәтенең, энергетикаһың үҫештә булыуын дәлилләй. Сәнәғәт производствоһының тотороҡло үҫешеүенең беренсе күрһәткесе был, — тине республика Президенты.

Салауат ҡалаһында технопарк ойоштороу тураһында ла һүҙ алып барылды. «Бөгөн беҙ ошо ҙур, республика өсөн кәрәкле һәм мөһим проектты томошҡа ашыра башланыҡ. Алексей Борисович башланғысыбыҙҙы тулыһынса хуплай һәм һәр яҡлап ярҙам итергә вәғәҙә бирҙе», — тип хәбәр итте Рөстәм Хәмитов.

Осрашыуҙа «Газпром нефтехим Салауат» йәмғиәтендә Бөтә Рәсәй газ химияһы үҙәген ойоштороуға бәйле мәсьәләләр ҙә ситтә ҡалманы. «Сеймал менән тәьмин итеү мәсьәләләрен ҡараныҡ, әле Салауаттағы производствоны үҫтереү варианттарын эҙләйбеҙ. Алдағы бер нисә йылда бөгөнгө көндә төҙөлгән пландарыбыҙҙың һөҙөмтәләрен күрә башларбыҙ, тип уйлайым», — тип белдерҙе республика башлығы.

— Быларҙан тыш, беҙҙе, һис шикһеҙ, социаль өлкәләге берлектәге проекттар ҙа ҡыҙыҡһындыра. «Газпром»  Бөтә донъя балалар уйындарының иң ҙур бағыусыларының береһе булараҡ был проекттарҙа ҡатнаша алыр ине, тип уйлайым. Ошо күләмле спорт сараларын үткәреүҙә ярҙам күрһәтеүгә Алексей Борисовичтың алдан ризалығын алдыҡ. Бынан тыш, «Газпром»дың йәштәрҙең хоккей буйынса донъя чемпионатын һәм башҡа спорт сараларын үткәреүҙә ҡатнашыуына бәйле мәсьәләләр ҙә ҡарала.

Беҙ йәнә Башҡортостандың «Газпром» — балаларға» кеүек ҙур программала ҡатнашыу мәсьәләһен ҡарайбыҙ һәм яҡын арала республикала «Газпром» ярҙамында төҙөлгән объекттар барлыҡҡа киләсәк, тип уйлайым. Улар спорт ҡоролмалары, социаль объекттар буласаҡ. Ҡыҫҡаһы, «Газпром» бөтә ил балаларына тәҡдим иткәндәрҙе республикала ла булдырасаҡ, — тине Президент.

«Газпром» менән хеҙмәттәшлек итеү буйынса ҙур пландар булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. Уның әйтеүенсә, ауылдарға газ үткәреүҙе дауам итеү өсөн «Газпром» быйыл Башҡортостанға айырыуса ҙур сумма – 300 миллион һум бүлә.

— 2011 йылда был 70 миллион һум ине. Ошо аҡсаларҙы үҙләштереү буйынса һәйбәт һәм уңышлы эшләүебеҙ республиканың газ үткәреүҙәге мөмкинлектәрен күрһәтте. Шуға күрә беҙгә ошо сумма бүленде. Әгәр был аҡсаларҙы тейешенсә үҙләштерә алһаҡ, бәлки ике йылдан һуң 500 миллион һум күләмендәге финанслауға өлгәшербеҙ. Шулай итеп өс-биш йылда Башҡортостан ауылдарына газ үткәреүҙе тамамларға тейешбеҙ, — тип һығымта яһаны республика башлығы.