8 декабрь, Кесе йома

17 ғинуар 2012 йыл, 16:41

Өфө предприятиелары вакансиялар йәрминкәләрендә яҡынса 22000 эш урыны тәҡдим иткән

автор: Галина Бахшиева

2011 йылда Өфөлә үткән вакансиялар йәрминкәләрендә баш ҡала предприятиелары 22 меңгә яҡын эш урыны тәҡдим иткән.

Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, 2011 йылда йәмғеһе 64 вакансиялар йәрминкәһе үткәрелгән. Уларҙа Башҡортостан баш ҡалаһының 1260-тан ашыу предприятиеһы һәм ойошмаһы ҡатнашҡан.

Баш ҡаланың Халыҡ мәшғүллеге үҙәге хеҙмәткәрҙәре айырым предприятиелар, шулай уҡ сит ил белгестәрен эшкә саҡырыусы ойошмалар өсөн маҡсатлы кадрҙар һайлап алыу үткәргән.

Йыл дауамында Өфөлә үткәрелгән вакансиялар йәрминкәләрендә яҡынса 44 мең кеше ҡатнашҡан. Уларҙың 4400-гә яҡыны эш тәҡдим итеүселәр тарафынан үткәрелгән әңгәмәләшеү һөҙөмтәләре буйынса эшкә саҡырылған.  

Бынан тыш, вакансиялар йәрминкәләрендә ҡатнашҡан 2500-ҙән ашыу кеше Халыҡ мәшғүллеге хеҙмәтенең төрлө эшмәкәрлек йүнәлештәре буйынса баш ҡаланың хеҙмәт биржаһы хеҙмәткәрҙәренән бушлай консультациялар алған.