10 декабрь, Шәмбе

17 ғинуар 2012 йыл, 15:34

Башҡортостан имамдары Октябрьскийҙа квалификация күтәреү курстарында уҡып ҡайтты

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдиндың указын тормошҡа ашырыу маҡсатында Башҡортостандың ислам уҡыу йорттарында имамдар һәм мосолмандар мәхәлләләре хеҙмәткәрҙәре өсөн квалификация күтәреү курстары ойошторолдо. Шулай итеп, Октябрьский ҡалаһының «Нурул Ислам» мәҙрәсәһендә 50 дин әһеле ике аҙна дауамында уҡыуҙа булды, тип хәбәр итте был уҡыу йорто ректоры Айнур Сибғәтуллин.

Республиканың Баҡалы, Йәрмәкәй, Әлшәй, Благовар, Шаран, Бишбүләк, Илеш, Бүздәк, Туймазы, Шишмә райондарынан, Октябрьский ҡалаһынан һәм Ырымбур өлкәһенән имамдар ислам дине нигеҙҙәрен өйрәнде. Курстар тамамланғас, уларға тейешле документ тапшырылды.

темалар: дин,мәғариф