4 декабрь, Йәкшәмбе

17 ғинуар 2012 йыл, 15:08

Башҡортостанда һирәк осрай торған китаптарҙан электрон китапхана булдырылды

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Башҡортостанда һирәк осрай торған китаптар менән файҙаланыу мөмкинлеге киңәйәсәк. Тиҙҙән улар менән элемтәнең телекоммуникацион каналдары буйынса электрон форматта ҡулланырға буласаҡ. Был – Башҡортостан Республикаһы Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығының техник ярҙамында төбәктең Мәҙәниәт министрлығы тарафынан күрһәтелгән дәүләт хеҙмәте.

«Башинформ» агентлығына Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһы директоры урынбаҫары Рәзил Бикбулатов хәбәр итеүенсә, әлеге ваҡытта милли китапхананың «Алтын фонды»нан 500 һирәк осрай торған һәм ҡулъяҙма китап электрон форматҡа күсерелгән. 1 февралдән Берҙәм дәүләт хеҙмәттәре порталы ярҙамында уларҙы киң йәмәғәтселеккә сығарыу планлаштырыла. Быға тиклем юристар авторлыҡ хоҡуҡтарын яҡлау буйынса барлыҡ һорауҙарҙы ҡануниәткә ярашлы тәртипкә килтерәсәк.

— Хеҙмәт бушлай күрһәтеләсәк, сөнки был китаптар – халыҡ хазинаһы, — тип билдәләне Рәзил Бикбулатов.