8 декабрь, Кесе йома

17 ғинуар 2012 йыл, 14:38

26 ғинуарҙа Башҡортостан парламентының пленар ултырышы үтәсәк

автор: Людмила Терновая

Башҡортостан Республикаһы дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 47-се ултырышы киләһе кесаҙна, 26 ғинуарҙа, үтәсәк. Был туралағы ҡарар бөгөн БР Дәүләт Йыйылышы Президиумы ултырышында ҡабул ителде.

Депутаттар 25-ләгән закон проектын ҡарарға планлаштыра. Уларҙың күбеһе федераль ҡануниәттәге үҙгәрештәргә бәйләнгән. Унлаған закон проекты өсөнсө уҡыуҙа ҡарауға тәҡдим ителә. «Норматив хоҡуҡи акттар тураһында»ғы Башҡортостан Рреспубликаһы законына үҙгәрештәр индереү тураһында», «Йәнлектәр донъяһы тураһында»ғы Башҡортостан Республикаһы законына үҙгәрештәр индереү тураһында»,  «Башҡортостан Республикаһында ерләү һәм ерләү эштәре  тураһында»ғы Башҡортостан Республикаһы законына үҙгәрештәр индереү тураһында»  закон проекттары ла — улар иҫәбендә.

Ундан ашыу республика законы проектын Дәүләт Йыйылышы депутаттары беренсе уҡыуҙа ҡараясаҡ. Мәҫәлән, закон сығарыусылар Башҡортостан Республикаһының Экология кодексына, шулай уҡ етемдәр уға ярашлы бушлай юридик ярҙам аласаҡ республика законына төҙәтмәләр индерәсәк.

Республика парламентының пленар ултырышының көн тәртибенә БР Дәүләт Йыйылышы ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы тураһындағы Положениеға үҙгәрештәр индереү тураһындағы ҡарар проекты ла индерелгән. Республика парламентының был ҡарар проекты Йәштәр палатаһы ағзаларының йәш цензына ҡағыла. 16-35 йәштәгеләр араһынан һайланыусы Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзалары хәҙер, 35 йәше тулһа ла, саҡырылыш ваҡыты тамамланғанға тиклем Палата составынан сығарылмаясаҡ.

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында йәнә «2011 йылда Башҡортостан Республикаһы ҡануниәтенең торошо тураһында» тип аталған доклад тыңлау планлаштырыла. Бынан тыш, депутаттарға төбәктәге дүрт суд участкаларының мировой судьяларын һайларға тура киләсәк.