8 декабрь, Кесе йома

17 ғинуар 2012 йыл, 13:42

Белоретта етем балалар фатир алды

автор: Әлим Фәйезов

Кисә Белорет районы хакимиәтендә етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар иҫәбенән һигеҙ кешегә фатир асҡыстары тапшырылды.

Ағайлы-һеңлеле Денис менән Светлана Мулахановтар, ағалы-ҡустылы Руслан менән Ринат Нурғужиндар, Рифа Хөснөтдинова, Эльза Байегетова, Илһам Таһиров һәм Айсыуаҡ Мөҙәрисов бәхетле торлаҡ хужалары булды. Бөтә алты фатир ҙа республика бюджеты иҫәбенә һатып алынған.

Йәштәрҙе тормошондағы иң матур ваҡиға уңайынан район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев ҡотланы.

Район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, 2011 йылда республика ҡаҙнаһынан бүленгән аҡсаға Белорет районында етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар иҫәбенән йәмғеһе 17 кеше торлаҡ менән тәьмин ителгән.