9 декабрь, Йома

17 ғинуар 2012 йыл, 13:31

Киң мәғлүмәт саралары араһында вертолет индустрияһы проблемаларын иң яҡшы яҡтыртыуға халыҡ-ара конкурс иғлан ителде

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Рәсәйҙең киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре вертолет тематикаһы буйынса иң яҡшы мәҡәлә конкурсында ҡатнашыуға саҡырыла.  

— Был проект донъяның төрлө илдәрендәге вертолет индустрияһы проблематикаһын, вертолеттар эшләү тармағындағы интеграцион процестарҙы һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереүҙе яҡтыртыусы медиа вәкилдәре өсөн тәғәйенләнгән, — тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына «Медиакратия» милли журналистар ассоциацияһында.

Быйылғы конкурс иҫәп буйынса икенсеһе буласаҡ – беренсе тапҡыр ул Вертолет индустрияһы ассоциацияһы башланғысы менән былтыр үткәрелгәйне. Ижади ярышта 2012 йылдың 1 ғинуарынан 1 майына тиклем донъя күргән материалдарын тәҡдим итеүсе теләһә ҡайһы киң мәғлүмәт сараһы журналистары ҡатнаша ала. Эштәр проблеманың көнүҙәклеген, объективлығын, техник яҡтан грамоталылығын һәм яҙыу стилен иҫәпкә алып баһаланасаҡ. Жюри составына матбуғат вәкилдәре лә, вертолет етештереү тармағы белгестәре лә инә.  

Еңеүселәрҙе ҡиммәтле бүләктәр көтә.

Конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте «Медиакратия» проектының www.mediacratia.ru сайтынан алырға мөмкин.