Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89 ↑

EUR 69.42 ↓

16 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Өфө мэры вазифаһына имтихан ваҡытында «жучок» табылған

Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында үткән Өфө ҡалаһы башлығы вазифаһына имтихан барышында «жучок» табылған. Был турала журналистарға имтихан ҡабул итеү буйынса эксперт комиссияһы рәйесе, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры Сергей Лаврентьев хәбәр итте.

— Креслоларҙың береһендә авторучкаға оҡшаған предмет табылды, — тине ул. — Уның аудио- һәм видеояҙма менән тәьмин ителгәнлеге асыланды. Тейешле акт тултырҙыҡ һәм уны протоколға беркеттек. Бының менән тейешле органдар шөғөлләнәсәк.

Сергей Лаврентьев йәшерен күҙәтеү ҡорамалының кем менән ҡалдырылыуына бәйле фекерҙәрен әйтмәне. Шулай ҙа ҡорамалдың имтихан алдынан ҡала башлығы вазифаһына кандидаттар ултырған креслоларҙың береһендә табылыуын йәшермәне.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть