9 декабрь, Йома

17 ғинуар 2012 йыл, 12:08

Башҡортостанда «Стартҡа хоҡуҡ» программаһы буйынса студенттар эшкә урынлаштырыла башланы

автор: Любовь Колоколова

Башҡортостан Республикаһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһында Өфө дәүләт авиация техник университетының ун студентын «Стартҡа хоҡуҡ» программаһы буйынса Сауҙа-сәнәғәт палатаһына эшкә алыу тантанаһы ойоштороласаҡ. Билдәләп үтәйек, был программа буйынса биш кеше Башҡортостан Президенты Хакимиәтенә эшкә алынған да инде, йәнә 500 студентты һәм вуз тамамлаусыны республика предприятиеларына урынлаштырыу планлаштырыла.

19 ғинуарҙа эшкә алыу тураһындағы сертификаттарҙы Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Юрий Пустовгаров тапшырасаҡ, тип хәбәр иттеләр Палатаның матбуғат хеҙмәтенән.

«Стартҡа хоҡуҡ» проекты юғары уҡыу йорттарын тамамлаусыларҙы эшкә урынлаштырыу мәсьәләһен хәл итеүҙә тулы бер система булып тора. Проект дүрт төп йүнәлештә эшләйәсәк: «Тәүге эш» акцияһы, ул бишенсе курс студенттарына һөнәрҙәре буйынса тәжрибә һәм эш стажы тупларға мөмкинселек бирәсәк; йәш белгестәр өсөн эш урынына квота бүлеү тураһындағы республика закон проектын әҙерләү; республиканың Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына ярҙам программаһында айырым йүнәлеш; юғары уҡыу йорттары ҡарамағындағы бәләкәй инновацион предприятиеларҙы артабан үҫтереү.

Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһынан хәбәр итеүҙәренсә, әлеге ваҡытта «Тәүге эш» программаһы старт ала. Был акция сиктәрендә бишенсе курста уҡыусы 500 студент предприятиеларҙа һөнәрҙәре буйынса тәжрибә туплай аласаҡ, улар менән биш-алты айға хеҙмәт килешеүе төҙөләсәк.

Юғары уҡыу йорттары менән Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы араһында стажировка үтеү тураһындағы килешеүгә Стәрлетамаҡта «Эшҡыуарлыҡ. Бәләкәй ҡалалар һәм территориялар – үҫеш нөктәләре» форумында ҡул ҡуйылды. Вуздар конкурс нигеҙендә «Тәүге эш» программаһы буйынса 500 студентты һайлап алырға тейеш.