Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.57 ↑

EUR 67.93 ↓

20 октябрь, Йома

Уфа   °

Рәсәй ислам университеты үҙенең сайтын асты

Йәмғиәт

Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының Рәсәй ислам университеты үҙенең сайтын асты. Ул М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Мәғлүмәт технологиялары үҙәгендә эшләнгән. Сайтҡа www.rio.bspu.ru электрон адресы аша инергә мөмкин.

Башҡорт дәүләт педагогия университетының Мәғлүмәт технологиялары үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, был сайт – әлегә һынау версияһы ғына. Ул ваҡытлыса педагогия университетының bspu.ru доменында урынлашасаҡ. Әммә яҡын арала Рәсәй ислам университеты өсөн айырым портал булдырыласаҡ, уның адресында партнер-вуз тураһында мәғлүмәт булмаясаҡ.

Сайтта ислам университетының тейешле документацияһы менән танышырға, яңылыҡтарҙы, фотоларҙы ҡарарға мөмкин. Сайт педагогия университеты белгестәре менән тулыландырыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть